Рима Рафаил ҡыҙы ғүмер юлдашы Рәйес Кинйәбай улы менән ярты быуаттан ашыу татыу ғүмер кисерә. 17 ейән-ейәнсәре, алты бүләсәре бар уларҙың. – Күмәк балаға ғүмер биргән әсәйебеҙ – үҙ заманында күп бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырылған I, II, III дәрәжә “Әсәлек даны” ордены кавалеры. "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" республика конкурсының "Өлкән быуын ҡатын-ҡыҙы” номинацияһы дипломанты. Шиғырҙар ижад итергә ярата, уларҙың күбеһе район гәзитендә баҫылып тора. Ҡумыҙҙа матур уйнай, бейей. Әсәйебеҙ – “Әхирәттәр” клубының, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтарының иң әүҙем ағзаларының береһе. Күп мәҙәни сараларҙы ойоштороусы. Ишле һәм татыу ғаиләбеҙ менән атай-әсәйебеҙ үҙ көсө менән һалған тыуған өйҙә йыйылырға яратабыҙ. Атай йортонда һәр саҡ йылы, рәхәт, ҡәҙерле кешеләребеҙ беҙҙе ҡыуанып көтөп ала. Улар беҙҙе матур, татыу ғаилә өлгөһөндә үҫтерҙе, шуның өсөн рәхмәтебеҙ ҙур. Ғаилә нигеҙҙәрен нығытҡан, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған өсөн атай-әсәйебеҙ “Мөхәббәт һәм Тоғролоҡ” миҙалы менән бүләкләнде. Ҡәҙ