Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ризат Рамаҙанов ни өсөн ҡапыл Зинираға өйләнгән?

Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Зинира менән Ризат Рамаҙановтар төрлө киң мәғлүмәт сараларына интервью биргәндә тормоштарындағы ваҡиғалар хаҡында асыҡ итеп һөйләргә ярата. “...Зинира менән Ҡазанға китергә йыйынабыҙ, ә атай беҙгә эш ҡуша: “Ҡунаҡ ҡыҙы ҡайтҡанда, һин дә бында булғанда, баҡсалағы бесәнде йыяйыҡ әле”, - ти. Зинира ҡаршы килмәне. Яулыҡ бәйләп, галуш кейеп сығып киттек баҡсаға. Атай-әсәй буласаҡ килендәрен күҙ ҡырыйы менән генә тикшерә: “Тырманы дөрөҫ тотамы?”, “Дөрөҫ эшләйме?”⠀ Зинира имтиханды бик һәйбәт тапшырҙы. Атайым эшкә ҡарата ваҡсыл кеше, шуға күрә ауылдағы ҡушаматы ла – "Немец". Бәрәңгене лә ул трактор менән ултырттырмай, ә еп һуҙып, көрәк менән эшләтә. Зинираға шундай баһа биргәс, тимәк, ул ысынлап та эш рәтен белә, афарин ҡыҙ. Эштән һуң Зинира менән әсәй сәй табыны йүнәтергә инеп киттеләр. Атай менән баҡсала ҡалдыҡ. Ул күп һүҙле түгел, шунда миңә: “Был Зинираға ҡарап торам, улым, бик тырыш, эшсән ҡыҙ. Әйҙә, ысҡындырма, өйлән әле”, - ти. Атай-әсәй фатихаһын би

Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Зинира менән Ризат Рамаҙановтар төрлө киң мәғлүмәт сараларына интервью биргәндә тормоштарындағы ваҡиғалар хаҡында асыҡ итеп һөйләргә ярата. “...Зинира менән Ҡазанға китергә йыйынабыҙ, ә атай беҙгә эш ҡуша: “Ҡунаҡ ҡыҙы ҡайтҡанда, һин дә бында булғанда, баҡсалағы бесәнде йыяйыҡ әле”, - ти. Зинира ҡаршы килмәне. Яулыҡ бәйләп, галуш кейеп сығып киттек баҡсаға. Атай-әсәй буласаҡ килендәрен күҙ ҡырыйы менән генә тикшерә: “Тырманы дөрөҫ тотамы?”, “Дөрөҫ эшләйме?”⠀ Зинира имтиханды бик һәйбәт тапшырҙы. Атайым эшкә ҡарата ваҡсыл кеше, шуға күрә ауылдағы ҡушаматы ла – "Немец". Бәрәңгене лә ул трактор менән ултырттырмай, ә еп һуҙып, көрәк менән эшләтә. Зинираға шундай баһа биргәс, тимәк, ул ысынлап та эш рәтен белә, афарин ҡыҙ. Эштән һуң Зинира менән әсәй сәй табыны йүнәтергә инеп киттеләр. Атай менән баҡсала ҡалдыҡ. Ул күп һүҙле түгел, шунда миңә: “Был Зинираға ҡарап торам, улым, бик тырыш, эшсән ҡыҙ. Әйҙә, ысҡындырма, өйлән әле”, - ти. Атай-әсәй фатихаһын бирҙе. Күңелдә ышаныс тыуҙы. Диплом алған йәйҙә – никах, көҙгә туй гөрләттек. 22 йәшемдә өйләнермен тип уйламаған инем. Аллаға шөкөр, тием хәҙер”, – ти Ризат Рамаҙанов. Сығанаҡ: t.me/tatar_estrada Фото: Рамаҙановтарҙың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!