Элемтә операторы Өфө ҡалаһында һәм Өфө районында, шулай уҡ ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәр өсөн 4 G селтәре күләмен арттырҙы. Мобиль интернет сифаты төбәктең тиҫтәләгән мең кешеләре өсөн яҡшырҙы. Был шәхси секторҙа йәшәүселәргә лә, халыҡ тығыҙ йәшәгән күп ҡатлы йорттарға ла ҡағыла. Ауылдарҙа элемтә һәм интернет үҫеше “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проекты (национальный проект “Экономика данных") ҡуйған маҡсатҡа ярашлы башҡарыла. –Элемтә операторҙары төбәгебеҙҙең ҡала һәм ауылдарында үҙҙәренең селтәрен әүҙем рәүештә тормошҡа ашыра. Электрон сервистарын ҡулланыуға мөмкинлек - бөгөнгө көндә тормошта кәрәкле мөһим әйберҙәрҙең береһе. Ул уңайлылыҡ ҡына түгел, ә алыҫта йәшәүселәр өсөн белем, медицина консультациялары алыу, бизнес алып барыу, яҡындарың менән бәйләнештә булыу мөмкинлеге лә, – тине Башҡортостандың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. Өфөлә хәҙер Үҙәк урамда, Комсомол һәм Шәфиев киҫелешендә, Дим районына ингән урында элемтә ышаныслы. Мобиль интернет тиҙлеге шулай у