Йорт хужаһы вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй, хужабикә донъяларын бағып, йорт хужалығын алып барырға ла, балаларын тәрбиәләргә лә өлгөрә. Шул арала заказ биреүселәргә тәмле һәм татлы бәлештәр, булка-печеньелар, сәк-сәк, бауырһаҡтар бешерергә лә өлгөрә. «Нисек өлгөрәһегеҙ?»—тигән һорауыма тыйнаҡ ҡына йылмайып: «Яратҡан эш ялҡытмай, киреһенсә, бәлештәр бешереү күңелемә ял бирә»,—тине. Әйткәндәй, уңған хужабикә күптән түгел «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған. Өлкән ҡыҙҙары Камила менән Айлина Өфө ҡалаһында белем алһалар, Рәил - 4-се, Рәлиә 2-се класта уҡый, ә төпсөктәре Рәмзилгә 3 йәш кенә. - Күберәк аят, ҡорбан аштарына, туйҙарға бәлеш, сәк-сәк, бауырһаҡтарға заказ бирәләр, балаларҙың тыуған көндәренә пиццаларға һорау ҙур, - ти әңгәмәсем. - Ондо тик беренсе сортлыһын алам, бәлештәр өсөн эслектәрҙе үҙем әҙерләйем, йәй буйына төрлө емеш-еләктәрҙән повидло эшләп ҡуям, туңдырғысҡа күпләп тултырам. Ҡайһы саҡта төндәр буйына бешеренеп сығырға ла тура килә, балалар бәләкәйерәк, уларғ