Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Рух һағында торған зат

Өс ул үҫергән әсә, өс ейәндең ғәзиз өләсәһе Собханғол ауылында ғүмер итә. Инде 26 йыл буйы Дуҫлыҡ ауыл мәҙәниәт йорто эшен алып бара, бынан тыш, райондың ағинәйҙәр ойошмаһына ла етәкселек итә. Ошо ике вазифаһын атағас та, Әлфирә Шәрифйән ҡыҙының ни ҡәҙәре әүҙем эшмәкәрлек алып барғанын аңларға була. Ысынлап та, ағинәйҙәр ойошмаһында торған, клубтың ижади эшмәкәрлегендә ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар, ғөмүмән фекерҙәштәре менән бергә Дуҫлыҡ клубы нигеҙендә ирекмәнлек эшен дә алып бара ул. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеү кеүек изге ғәмәлде тормошҡа ашырып, уңған апайҙар ҡулдарынан килгән бөтә нәмәне эшләй. Милләтебеҙ киләсәгенә үҙ өлөшөн индерергә тырышып, рухлы ханым үҫеп килгән быуында ла халҡыбыҙҙың йола, ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам тәрбиәләргә ынтыла, бының өсөн йыш ҡына мәктәп уҡыусылары алдында сығыш яһайҙар. – Балаларым, ейәндәрем менән туған телебеҙҙә аралашабыҙ, шәжәрәбеҙҙе өйрәнәбеҙ, шуның өсөн бигерәк ҡыуанам, – ти бәхетле әсәй, өләсәй. Әлфирә Шәрифйән ҡыҙының ми

Өс ул үҫергән әсә, өс ейәндең ғәзиз өләсәһе Собханғол ауылында ғүмер итә. Инде 26 йыл буйы Дуҫлыҡ ауыл мәҙәниәт йорто эшен алып бара, бынан тыш, райондың ағинәйҙәр ойошмаһына ла етәкселек итә. Ошо ике вазифаһын атағас та, Әлфирә Шәрифйән ҡыҙының ни ҡәҙәре әүҙем эшмәкәрлек алып барғанын аңларға була. Ысынлап та, ағинәйҙәр ойошмаһында торған, клубтың ижади эшмәкәрлегендә ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар, ғөмүмән фекерҙәштәре менән бергә Дуҫлыҡ клубы нигеҙендә ирекмәнлек эшен дә алып бара ул. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам итеү кеүек изге ғәмәлде тормошҡа ашырып, уңған апайҙар ҡулдарынан килгән бөтә нәмәне эшләй. Милләтебеҙ киләсәгенә үҙ өлөшөн индерергә тырышып, рухлы ханым үҫеп килгән быуында ла халҡыбыҙҙың йола, ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам тәрбиәләргә ынтыла, бының өсөн йыш ҡына мәктәп уҡыусылары алдында сығыш яһайҙар. – Балаларым, ейәндәрем менән туған телебеҙҙә аралашабыҙ, шәжәрәбеҙҙе өйрәнәбеҙ, шуның өсөн бигерәк ҡыуанам, – ти бәхетле әсәй, өләсәй. Әлфирә Шәрифйән ҡыҙының милли мәҙәниәтебеҙ өсөн фиҙакәр хеҙмәт итеүе, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыуы баһаланмай ҡалмай. Ул – "Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе" конкурсы лауреаты. Ваҡыт һанаулы ғына ҡалды, шуға ла конкурсантыбыҙ өсөн тауыш бирергә онотмағыҙ, дуҫтар! Бының өсөн ошо һылтанма аша үтергә кәрәк: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll691dbf54a52f061a30b49328 Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!