27 ноябрь көнө Бөрйән районы муниципаль районы Советының 12-се ултырышы үтте. Унда район Советы депутаттары тарафынан мөһим ҡарар проекттары раҫланды. Бөрйән районы муниципаль районының 2026 йылға социаль-иҡтисади үҫеш хәле һәм 2028 йылдарға тиклемге социаль-иҡтисади күҙаллауҙар проекты раҫланып, 17 декабрь көнө 11.00 сәғәттә проект буйынса халыҡ тыңлауҙары үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ муниципаль райондың 2026 йылға һәм 2027-2028 йылдар планлы осорона бюджет проекты раҫланып, 17 декабрь көнө 11.15 сәғәттә бюджет проекты буйынса халыҡ тыңлауҙары үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Проекттар менән район Хакимиәтенең рәсми сайтында burzyan.bashkortostan.ru/ танышырға мөмкин. Район халҡынан проекттар буйынса тәҡдимдәр яҙма рәүештә әлеге ҡарарҙар муниципаль район Хакимиәтенең рәсми сайтында ҡуйылған көндән алып 16 декабргә тиклем муниципал район Советы аппараты тарафынан ҡабул ителәсәк. Көн тәртибендә Бөрйән районы биләмәһендә һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү, шулай
27 ноябрь көнө Бөрйән районы муниципаль районы Советының 12-се ултырышы үтте
28 ноября 202528 ноя 2025
~1 мин