Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

❄Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлмәй

❄Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлмәй Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ҡар көтөлмәй, бәлки, декабрҙең икенсе декадаһы башында яуыр, тип белдерҙе синоптиктар. - 5 декабргә тиклем ҡар юҡ. Әлеге фараздар һаҡланһа, 9-10 декабрҙә бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал, — тине Башгидрометүҙәк етәксеһе урынбаҫары Вилора Грохольская. Уның һүҙҙәренсә, әле республикала һауа температураһы норманан 8-9 градусҡа юғарыраҡ. Дүшәмбенән ҡарһыҙ ҡыш башлана...

❄Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлмәй

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ҡар көтөлмәй, бәлки, декабрҙең икенсе декадаһы башында яуыр, тип белдерҙе синоптиктар.

- 5 декабргә тиклем ҡар юҡ. Әлеге фараздар һаҡланһа, 9-10 декабрҙә бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал, — тине Башгидрометүҙәк етәксеһе урынбаҫары Вилора Грохольская.

Уның һүҙҙәренсә, әле республикала һауа температураһы норманан 8-9 градусҡа юғарыраҡ.

Дүшәмбенән ҡарһыҙ ҡыш башлана...