Найти в Дзене

Әсәнең балаһын үбеүе татлы ғына түгел, файҙалы ла икән

Ҡайһы бер ата-әсәләр сабыйҙарын һәр ваҡыт яратып-үбеп кенә торһа, ҡайһылары, артыҡ иркәләргә ярамай, тип бынан тыйылырға тырыша. Әммә балалар ата-әсә наҙын етерлек алып үҫергә тейеш, ти белгестәр. Баҡтиһәң, ата-әсәнең үбеүе баланың мейеһенә яҡшы йоғонто яһай, бәхет гормондарын бүлә икән. Ҡосаҡлап яратыуҙар, үбеүҙәр баланың артабанғы бәхетле тормошона нигеҙ һала. Ә инде яҡындарының һөйөүен етерлек кимәлдә тоймаған малай-ҡыҙҙарҙың үҙ баһаһы түбән була, улар үҙҙәренең тойғоларын белдерә белмәй. Ҡайһы берәүҙәр ҡыҙҙарын үбеп-һөйөп торһалар ҙа, 5-7 йәшлек малайҙарын иркәләргә ҡурҡалар. Йәнәһе, ир-егет наҙлы булып үҫмәһен. Киреһенсә, быны йышыраҡ эшләгеҙ. Киләсәктә улығыҙ ярата һәм был матур тойғоно яҡындарына бирә беләсәк. Шуға күрә, һөйөүегеҙҙе йәлләмәгеҙ, ата-әсәләр! Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!