Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Күрһәтеү өсөн түгел, һөҙөмтә өсөн эшләргә

Быйыл 3 декабрҙән алып 5-нә саҡлы Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үткәрелеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн “Башинформ” агентлығында ошо ҙур сараға арналған матбуғат кноференцияһы булып уҙҙы. “Халыҡ-ара бизнес-2025” аҙналығында ике мең самаһы кеше ҡатнашасаҡ. Республика ойошмаларынан тыш, уға 11 илдән һәм Рәсәйҙең 16 төбәгенән киләсәктәр”, – тине, республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, матбуғат конференцияһында сығыш яһап. Делегациялары республика баш ҡалаһына киләсәк илдәр араһында Тажикстан, Һиндостан, Беларусь, Үзбәкстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирәттәре, Ҡытай, Төркиә, Ҡаҙағстан һәм башҡалар бар. Маргарита Болычева билдәләгәнсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың позицияһы – һөҙөмтәгә эшләү, шуға Халыҡ-ара бизнес аҙналығы ла – һөнәри аралашыу өсөн һәйбәт платформа, унда дәүләт менән эшҡыуарҙар көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итә. “Форумда ҡатнашыусыларға был ваҡиға тәжрибә уртаҡлашыу, яңы хеҙмәттәшлек бәйләнештәре булдыры

Быйыл 3 декабрҙән алып 5-нә саҡлы Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үткәрелеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөн “Башинформ” агентлығында ошо ҙур сараға арналған матбуғат кноференцияһы булып уҙҙы. “Халыҡ-ара бизнес-2025” аҙналығында ике мең самаһы кеше ҡатнашасаҡ. Республика ойошмаларынан тыш, уға 11 илдән һәм Рәсәйҙең 16 төбәгенән киләсәктәр”, – тине, республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, матбуғат конференцияһында сығыш яһап. Делегациялары республика баш ҡалаһына киләсәк илдәр араһында Тажикстан, Һиндостан, Беларусь, Үзбәкстан, Берләшкән Ғәрәп Әмирәттәре, Ҡытай, Төркиә, Ҡаҙағстан һәм башҡалар бар. Маргарита Болычева билдәләгәнсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың позицияһы – һөҙөмтәгә эшләү, шуға Халыҡ-ара бизнес аҙналығы ла – һөнәри аралашыу өсөн һәйбәт платформа, унда дәүләт менән эшҡыуарҙар көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итә. “Форумда ҡатнашыусыларға был ваҡиға тәжрибә уртаҡлашыу, яңы хеҙмәттәшлек бәйләнештәре булдырыу өсөн бик уңайлы форсат, – тине “Юл файҙаланыу предприятиеһы” идаралығы директоры Данис Ғәлимов. – “Бында яңы идеялар табырға, тәжрибә отоп алырға һәм үҙеңде лә күрһәтергә мөмкин”. Фото: “Башинформ”.