Өфө ҡала хакимәтендә уҙған брифингта баш ҡала биләмәһендә урмандарҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында ҡайһы участкаларҙа үҫентеләр санитар ҡырҡыуға дусар буласағын һөйләнеләр. "Горзеленхоз" учреждениеһының баш урмансыһы Максим Щербаков белдереүенсә, Халыҡтар дуҫлығы проспекты буйлап урманды санитар ҡырҡыу планлаштырылған, унда ағастар "ҡабыҡ ҡуңыҙы - типограф" менән зарарланған. Бындағы ҡарағайҙар урынына ҡайын ултыртыласаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, был ағастар тиҙ үҫә һәм ҡыҫҡа ваҡытта урындағы экологияны тергеҙәсәк. Өфөлә аҡ шыршы ла санитар ҡырҡыуға дусар, сөнки был – ошо тоҡомло ағасты зарарлаған "уссури полиграфы" менән көрәшеүҙең берҙән-бер ысулы. Мәғлүм булыуынса, әлегә ике зарарланыу нөктәһе – С. Агиш һәм Менделеев урамдары сатында һәм М. Ғафури исемендәге паркта күҙәтеү тәгәрмәсе янында асыҡланған. Белгестәр билдәләүенсә, Өфөлә аҡ шыршы аҙ, әммә уларҙы ҡоротҡостан химик матдәләр менән дауалау мөмкин түгел. Һәм улар мотлаҡ зарарланасаҡ һәм ҡороясаҡ, шуға күрә ағастарҙы алырға тура килә. –