Йома - изге ниәттәр мәле Йоманы "Изге ниәттәр көнө" итеп алығыҙ. Был көндө ярҙамға мохтаждарға ярҙам күрһәтергә тырышығыҙ. Был мотлаҡ бөйөк эш эшләргә тигәнде аңлатмай. Бәлки кемдер һеҙҙән хәбәр көтәлер. Шылтыратып хәлен белешегеҙ. Йома ҡоймағын ҡойоғоҙ ҙа күршегеҙҙе һыйлағыҙ. وأخرج الطبرانى فى الأوسط عن أبى هريرة _ رضي الله عنه قال: قال رسول الله - صلى الله عليه وسلم: (تضاعف الحسنات يوم الجمعة) . «Изге ғәмәлдәр йома көн икегә ҡабатлана». Изге ниәттәр ваҡ булып тойолған изге ғәмәлдәрҙән йыйыла. Тап шуны онотмағыҙ!