Найти в Дзене

Оҙаҡламай һыу тотороҡло булыр

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль программаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Благовещен ҡалаһында 1,7 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы һыу үткәргесте капиталь ремонтлау тамамлана, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Ҡаланың бер биҫтәһендә һыуҙың йыш һүндерелеүе тап ошоға бәйле. Яңы һыу үткәргескә тағы бер нисә күсереү ҡалды, эштәрҙе 1 декабргә тиклем тамамлау планлаштырыла. — Беҙ Бедеева Поляна ауылында һыу үткәргес селтәрен проектлау менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ, “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” проекты сиктәрендә 12 саҡрымдан ашыу һыу үткәргес төҙөргә планлаштырабыҙ, — тип хәбәр итте Благовещен районы хакимиәте башлығы Анна Карабанова. Рәсәй төбәктәрендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаларын һәм объекттарын модернизациялау буйынса эш 2025 йылдан алып “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты составындағы “Коммуналь инфраструктураныяңыртыу

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль программаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Благовещен ҡалаһында 1,7 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы һыу үткәргесте капиталь ремонтлау тамамлана, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Ҡаланың бер биҫтәһендә һыуҙың йыш һүндерелеүе тап ошоға бәйле. Яңы һыу үткәргескә тағы бер нисә күсереү ҡалды, эштәрҙе 1 декабргә тиклем тамамлау планлаштырыла. — Беҙ Бедеева Поляна ауылында һыу үткәргес селтәрен проектлау менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ, “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” проекты сиктәрендә 12 саҡрымдан ашыу һыу үткәргес төҙөргә планлаштырабыҙ, — тип хәбәр итте Благовещен районы хакимиәте башлығы Анна Карабанова. Рәсәй төбәктәрендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаларын һәм объекттарын модернизациялау буйынса эш 2025 йылдан алып “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты составындағы “Коммуналь инфраструктураныяңыртыу” федераль проекты сиктәрендә алып барыла. 2030 йылға илдә йыл һайын коммуналь селтәрҙәрҙең 2,5 процентын алмаштырыу планлаштырыла. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!