"90+" тип аталған 15 йыллыҡ тикшеренеү барышында табиптар төркөмө бик ҡыҙыҡлы һығымталар яһаған, уларҙың ҡайһы берҙәре хатта көтөлмәгәнсә булған. Ҡымыҙ, һаумал һөт, ойотолған һөт ризыҡтары оҙон ғүмерлелек эликсиры тип табылған. Көнөнә самалап, йәғни бер стакан тирәһе эсһәгеҙ, улар ваҡытынан алда үлеү хәүефен 18 процентҡа кәметә. Мәҫәлән, көн һайын 15-45 минут спорт менән шөғөлләнеү – 3 процентҡа ғына. Өҫтәүенә артыҡ спорт көсөргәнеше инфаркт һәм инсульт хәүефен арттырыуы ла бар. Нисек кенә сәйер булмаһын, аҙ ғына артыҡ килограмдар ҙа файҙаға икән. Йомроҡайҙар үтә ябыҡ, ҡаҡса кешеләрҙән оҙағыраҡ йәшәй, тип иҫәпләп сығарғандар (бында һүҙ һимереү тураһында бармай). Ҡәһүә – оҙон ғүмерле булыу өсөн тағы ла бер эликсир. Көнөнә ике сынаяҡ хуш еҫле эсемлек 10 процентҡа иртә үлеү ихтималлығын кәметә, ти. Хобби, йәғни төрлө шөғөлдәр ныҡ мөһим роль уйнай. Оло йәштә яратҡан шөғөлөнә көнөнә кәмендә ике сәғәт бүлгән кешеләрҙең оҙон ғүмерле булыу шансы 21 процентҡа күберәк. Оло йәштә лә бейергә, бер