Федераль дарыухана селтәре Башҡортостан дәүләт медицина университеты базаһы – кампус резидентында кафедра асты. Был аҙым фармацевтика тармағының көнүҙәк һорауҙарына әҙер булған юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән. Кафедра студенттарҙы “Фармация” специалитеты, “Фармацевтика эшмәкәрлегендә идара һәм иҡтисад” магистратураһы программалары буйынса уҡытасаҡ. “Фармленд” акционерҙар йәмғиәте директорҙар советы рәйесе Олег Муров әйтеүенсә, 11 меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләгән компания йәштәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға иғтибар бирәсәк. Университет менән берлектә белгестәр әҙерләү киләсәк кадрҙарын әҙерләүҙә мөһим этап буласаҡ. Кафедраның төп бурысы – академик белем менән практиканы яраштырып алып барыу. Студенттар ғәмәли шарттарҙа ҡулланылған белемгә эйә буласаҡ, проекттар өҫтөндә эшләйәсәк. Бындай йүнәлеш сығарылыш белгестәренең хеҙмәт баҙарында конкуренцияға һәләтле булыуын тәьмин итәсәк. Фармкомпания ҡатнашлығында уҡыу аудиториялары заманса тренажер комплексы менән йыһазла