Әсәйҙәр көнө айҡанлы Хәйбулла районының Оло Әбеш мәҙәниәт йортонда матур сара үтте. Байрамдың тәүге өлөшөндә махсус хәрби операция барышында һәләк булған, ҡатнашҡан ауылдаштарға арнап стелла асылды. Унда яҡташтарыбыҙҙың ата-әсәләре, туғандары, ауылдаштары, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Стелланы асып, Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов һәм "Шкипер" ҡушаматлы яугирҙың атайы Зиннур Ишмөхәмәтов сығыш яһаны, тиҙерәк тыныслыҡ килеүен теләп, стелланы асыуҙа ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙеләр. Байрамдың икенсе өлөшөндә Әбеш урта мәктәбе уҡыусылары бик сағыу концерт менән сығыш яһанылар. Уҡыусыларға залда ултырған әсәйҙәр ҙур ҡәнәғәтлек менән рәхмәт белдерҙеләр. Байрамға килгән яугирҙәрҙең әсәләре, күп балалы әсәйҙәр, гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар, биләмә хакимиәте, клуб хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән байрам өҫтәлендә бер-береһенең хәлдәрен һорашып сәй эсеп, тыныслыҡ теләп таралышты.
Әсәйҙәр көнө айҡанлы Хәйбулла районының Оло Әбеш мәҙәниәт йортонда матур сара үтте
27 ноября 202527 ноя 2025
~1 мин