26 ноябрҙә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында “Бөрйән-башҡортомдоң рух бишеге” исемле хәйриә-патриотик акцияһы уҙҙы. Фойела ”Баллы Бөрйән” исемле бай күргәҙмә эшләне. Унда “Шүлгәнташ” дәүләт ҡурсаулығының һәм район солоҡсоларының эштәре, бөрйән оҫталарының төрлө этнобиҙәүестәре, кейеҙ, күн, ҡорама әйберҙәре тәҡдим ителде. Башҡорт тирмәһе янында этнокейемдәр, шағир-яҙыусыларҙың китаптарынан экспозиция ҡуйылды. Ҡунаҡтар авторҙар менән осрашты, уларҙың шиғырҙарын тыңланы, махсус хәрби операцияға бағышланған акциянан да ситтә ҡалманы. Спорт биләмәһендә үткән уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар үҙҙәрен мәргәнлектә һынаны. Рәссамдар, ҡурайсылар күргәҙмәһенән дә кеше өҙөлмәне. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин Өфөлә уҡып йөрөгән Бөрйән студенттары менән осрашты. Сарала шулай уҡ Бөрйән районы буйынса "Ватанды һаҡлаусылар" фонды социаль координаторы Мәүсилә Ямғурсина етәкселегендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында йә
26 ноябрҙә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында “Бөрйән-башҡортомдоң рух бишеге” исемле хәйриә-патриотик акцияһы уҙҙы
27 ноября 202527 ноя 2025
1
~1 мин