Найти в Дзене

Яугирҙәр әсәһенә ярҙам иткәндәр

Бөрйән районының Яңы Собханғол мәктәбендә тимурсылар хәрәкәтен тергеҙгәндәр. Ошо көндәрҙә 6-сы класс уҡыусылары үҙҙәренең класс етәкселәре менән ошо изге эшкә тотонғандар.Уҡыусылар улдары махсус хәрби операцияла булған Иҫәнғужина Хәҙисә Кәбир ҡыҙының йортона барып, утынын өйөп ҡуйғандар.Афарин, балалар! Изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Тиҙерәк һуғыш тамамланып, Хәҙисә Иҫәнғужинаның улдары иҫән - һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм районд

Бөрйән районының Яңы Собханғол мәктәбендә тимурсылар хәрәкәтен тергеҙгәндәр. Ошо көндәрҙә 6-сы класс уҡыусылары үҙҙәренең класс етәкселәре менән ошо изге эшкә тотонғандар.Уҡыусылар улдары махсус хәрби операцияла булған Иҫәнғужина Хәҙисә Кәбир ҡыҙының йортона барып, утынын өйөп ҡуйғандар.Афарин, балалар! Изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Тиҙерәк һуғыш тамамланып, Хәҙисә Иҫәнғужинаның улдары иҫән - һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. 2025 йылдың 5 июненән контрактниктарға бер тапҡыр бирелеүсе 1,4 миллион һум (бер миллион һумы– республиканан, 400 мең һумы– федераль бюджеттан) ҡаралған. Әгәр контракт Өфөлә төҙөлһә, дөйөм сумма (муниципаль түләүҙәр менән бергә) 1,7 миллион һум тәшкил итәсәк. Сығанаҡ: "Таң" гәзите