Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Учалы дауаханаһына яңы ҡорамал килде

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Учалы дауаханаһына яңы заманса медицина ҡорамалы - яурын-ҡулдарҙы һауыҡтырыу өсөн роботлаштырылған механотерапия аппараты алынды. Аппарат пациенттарҙы ҡулбаш быуынына яһалған операцияларҙан һуң һауыҡтырыу, реабилитациялау, йәрәхәттәрҙе, сирҙәрҙе дауалау өсөн тәғәйенләнгән. Ҡорамал оҙайлы эш режимын тәьмин итә. – “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты граждандарҙың сәләмәтлеген оҙайлы һаҡлауға һәм тергеҙеүгә йүнәлтелгән. Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә беҙ яңы диагностика һәм дауалау ысулдарын индерә алабыҙ. Был медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртасаҡ һәм пациенттарға әүҙем тормошҡа әйләнеп ҡайтырға ярҙам итәсәк, -тине дауахананың баш табибы Илгиз Йосопов. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Учалы дауаханаһына яңы заманса медицина ҡорамалы - яурын-ҡулдарҙы һауыҡтырыу өсөн роботлаштырылған механотерапия аппараты алынды. Аппарат пациенттарҙы ҡулбаш быуынына яһалған операцияларҙан һуң һауыҡтырыу, реабилитациялау, йәрәхәттәрҙе, сирҙәрҙе дауалау өсөн тәғәйенләнгән. Ҡорамал оҙайлы эш режимын тәьмин итә. – “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты граждандарҙың сәләмәтлеген оҙайлы һаҡлауға һәм тергеҙеүгә йүнәлтелгән. Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә беҙ яңы диагностика һәм дауалау ысулдарын индерә алабыҙ. Был медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртасаҡ һәм пациенттарға әүҙем тормошҡа әйләнеп ҡайтырға ярҙам итәсәк, -тине дауахананың баш табибы Илгиз Йосопов. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.