Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Тәнәйҙәрҙең теләге тормошҡа ашты

Федоровка районының Тәнәй ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Медицина ойошмаһы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, барлыҡҡа килгән. Яңы ФАП заманса талаптарға яуап бирә. Сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәрҙең уңайлы эше өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Тәнәй, Сашино ауылдары һәм Үрге Митюковка ауылдары халҡы – барлығы 313 кеше медицина ярҙамынан файҙаланасаҡ. “Беҙҙең өсөн ФАП – һәр ғаилә өсөн ышаныслы ярҙам. Бында заманса медицина ярҙмын күрһәтә, ваҡытында диагностикалауҙы атҡара һәм урында йәшәүселәрҙең һаулығын хәстәрәләй аласаҡбыҙ”, - тине фельдшер Ирина Борисова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы

Федоровка районының Тәнәй ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр. Медицина ойошмаһы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, барлыҡҡа килгән. Яңы ФАП заманса талаптарға яуап бирә. Сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәрҙең уңайлы эше өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Тәнәй, Сашино ауылдары һәм Үрге Митюковка ауылдары халҡы – барлығы 313 кеше медицина ярҙамынан файҙаланасаҡ. “Беҙҙең өсөн ФАП – һәр ғаилә өсөн ышаныслы ярҙам. Бында заманса медицина ярҙмын күрһәтә, ваҡытында диагностикалауҙы атҡара һәм урында йәшәүселәрҙең һаулығын хәстәрәләй аласаҡбыҙ”, - тине фельдшер Ирина Борисова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда ауыл медицинаһын заманлаштырыу һәм киңәйтеү буйынса эш дауам итә. Был урында йәшәүселәрҙе сифатлы һәм үҙ ваҡытында медицина ярҙамы менән т әьмин итергә, уларҙың һаулығын нығытырға булышлыҡ итә. 2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт һатып алыу планлаштырылған. 134 модулле конструкция ҡуйыу, туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәрен атҡарыу һәм алты яңы поликлиниканы сафҡа индереү ҡаралған. Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.