Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Дөйөм тырышлыҡ менән был донъяны яҡшыраҡ итә алырбыҙ

Федераль ойоштороу комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан Республикаһы “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә әүҙемлек буйынса лидер тип танылды. Ул “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының маҡсаттарына булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелә, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһында ағастар ултыртыу буйынса көҙгө саралар битараф булмаған халыҡты, мәктәп урмансылыҡтары ағзаларын, ирекмәндәрҙе, төрлө йылдарҙағы хәрби хәрәкәттәр ветерандарын, эре компаниялар коллективтарын һәм башҡа ҡатнашыусыларҙы берләштереп, ҙур таяныс тапты. Һөҙөмтәлә төбәк биләмәһендә 21 меңдән ашыу кеше ҡатнашлығында 500 меңдән ашыу ағас ултыртылды. – Ете йыл дауамында “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы беҙҙең төбәктә йыл һайын ҡыҙыҡһыныу арта барған изге йола булараҡ ныҡлы тамыр йәйҙе. Ваҡытын һәм көсөн йәлләмәйенсә, экологик башланғыстарҙы хуплаусыларға рәхмәт. Дөйөм

Федераль ойоштороу комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан Республикаһы “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә әүҙемлек буйынса лидер тип танылды. Ул “Экологик именлек” милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектының маҡсаттарына булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелә, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығынан. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһында ағастар ултыртыу буйынса көҙгө саралар битараф булмаған халыҡты, мәктәп урмансылыҡтары ағзаларын, ирекмәндәрҙе, төрлө йылдарҙағы хәрби хәрәкәттәр ветерандарын, эре компаниялар коллективтарын һәм башҡа ҡатнашыусыларҙы берләштереп, ҙур таяныс тапты. Һөҙөмтәлә төбәк биләмәһендә 21 меңдән ашыу кеше ҡатнашлығында 500 меңдән ашыу ағас ултыртылды. – Ете йыл дауамында “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы беҙҙең төбәктә йыл һайын ҡыҙыҡһыныу арта барған изге йола булараҡ ныҡлы тамыр йәйҙе. Ваҡытын һәм көсөн йәлләмәйенсә, экологик башланғыстарҙы хуплаусыларға рәхмәт. Дөйөм тырышлыҡ менән был донъяны яҡшыраҡ итә алырбыҙ, – тип билдәләне Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. Рәмилә МУСИНА фотоһы.