“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) Асҡын районының Төлгөҙбаш ауылында яңы фельдшер-акушенрлыҡ пунты асылды. Быға тиклем ФАП 1952 йылда төҙөлгән бинала урынлаша. Унда һыу менән тәьмин итеү, канализация көйләнмәгән була. Яңы бина яңы талаптарға, стандарттарға ярашлы эшләнә. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, персоналға уңайлы эш өсөн әлеге ФАП тейешенсә йыһазландырылған. Бында фельдшер кабинеты, ҡарау, пациенттар өсөн көтөү бүлмәләре, медикамнттарҙы һәм йыйыштырыу инвентарын һаҡлау урындары булдырылған. Ололарға , аҙ мобилле кешеләргә кергән урында пандус эшләнгән. –Хәҙер ауылдың 170-тән ашыу кешеһе, шул иҫәптән 36 бала бында диспансеризация үтә ала, вакциналауға, тейешле медицина ярҙамы алыуға мөмикинлек бар, - ти фельдшер Раушания Арыҫланова. Автор фотоһы.