Ҡариҙел районы мәҙәниәт һарайында яҡташыбыҙ, рәссам Рәйес Фәизовтың шәхси күргәҙмәһе эшләй башланы. Рәйес Әсхәт Улының ижады менән районыбыҙҙа бөтәһе лә таныш. Хозур тәбиғәтле Ҡариҙел ерендә тыуып үҫкәнгәлер, пейзажистың ижадында Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте төп урынды биләй Уның картиналары реалистиклығы менән таң ҡалдыра: сикһеҙ урмандар, Ҡариҙел йылғаһының матур ярҙары, билдәле Тайҡаш күле һәм ауылы, ҡайын сауҡалыҡтары һәр үлән, һәр япраҡ ғәжәп теүәллек менән һүрәтләнгән. Ул йөҙҙән ашыу пейзаж авторы, уларҙың һәр береһе тыуған тәбиғәт гимны булып тора. Рәссамдың картиналарында әхлаҡ-тәрбиә, тормош мәғәнәһе, яҡшылыҡ, яманлыҡ проблемалары күтәрелә, Тыуған ил, Башҡортостан тәбиғәте темалары сағылдырыла. Бөгнө Рәйес Фәизовтың эштәре менән Ҡариҙел районы хаҡимиәте башлығы Айҙар Шәйҙәллин танышты. Күргәҙмә киләһе аҙна аҙағына тиклем эшләйәсәк. Һәләтле райондашыбыҙҙың эштәрен килеп күрергә ашығығыҙ!