Йыл һайын үткәрелгән конференцияны Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы резиденты – Өфө дәүләт нефть техник университеты ойошторҙо. Быйыл конференция өс этапта үтте һәм иретеп йәбештереү буйынса алдынғы белгестәрҙең, тикшереүҙәр менән шөғөлләнеүсе ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең һәм юғары уҡыу йорттары студенттарының үҙ-ара хеҙмәттәшлеген үҙ эсенә алды. Беренсе этап “Роснефть” компанияһының төп иретеп йәбештереүселәрен кәңәшмә форматында иретеп йәбештереү өлкәһендә норматив документтарҙы актуалләштереү, нефть заводы ҡорамалдарын ремотлауҙың инновацион алымдарын эшләү, иретеп йәбештереү производствоһын аттестациялау һәм модернизациялау кеүек мәсьәләләргә арналды. Икенсе этап Рәсәй сәнәғәт форумы сиктәрендә үтте: секцияларҙа киләсәктә тармаҡты үҫтереү векторын формалаштырасаҡ перспективалы технологиялар һәм процестар ҡаралды. Конференцияның өсөнсө этабы юғары инженер-иретеп йәбештереү белемен формалаштырыу нигеҙҙәре булараҡ етештереү һәм тикшеренеү мәсьәләләрен синтезлауға арналды. Т