Өс ул, бер ҡыҙ үҫтергән әсә, 11 ейән-ейәнсәре бар. Конкурсантыбыҙ – тормошта ҡайнап йәшәгән зат, балаларының абруйлы, һөйөклө әсәһе, ейән-ейәнсәрҙәренә – күркәм тәрбиә һабаҡтары биргән яратҡан өләсәй. Хәмиҙә Исмәғил ҡыҙы мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Унда ла өйҙә ултырырға тура килмәй: ауыл клубы эшмәкәрлеген алып барыуҙы ышанып тапшыралар. Ҙур булмаған ауылдың рухи тормошо шул клуб тирәһенә бәйле: ауыл халҡы бергә йыйылып аралашһын, ял итә алһын өсөн һәр байрамға төрлө сара әҙерләнә, ә уларҙың ойоштороусыһы, көс биреп тороусыһы – әлбиттә, Хәмиҙә апай. Уның уңғанлығына, етеҙлегенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ауылда йәшәгәс, ул ҡош-ҡортон да, малын да күпләп тота, донъяһын алып барыу менән бергә, клубы ла гөрләп эшләп тора. – Балаларым һәм ошо эшем менән, ауылдаштарым менән шулай ҡайнап бергә йәшәй алыуым, уларҙың ихтирамын тойоуым, кешегә ниндәйҙер изгелек ҡыла алыуым менән бәхетлемен, – ти Хәмиҙә апай. – Атай-әсәйем, үҙеңә нисек ҡыйын булһа ла, ауыр