Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфөләге күргәҙмә төҙөлөштөң киләсәген билдәләйәсәк

2026 йылдың 25-27 февралендә Өфөлә “УралСтройИндустрия” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы буласаҡ. Киң масштаблы был сара Рәсәйҙең төҙөлөш тармағының 2030 йылға тиклемге үҫеш йүнәлештәрен билдәләүсе һәм Башҡортостандың инвестиция ҡеүәтен күрһәтеүсе майҙансыҡҡа әүереләсәк. “Рәсәйҙең төҙөлөш тармағы: маҡсаттар, тренд, 2030 йылға тиклемге үҫеш йүнәлештәре” исемле пленар сессия форумдың нигеҙе булып торасаҡ. Сара барышында Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы, Төҙөүселәр ассцңоциацияһы, шулай уҡ Урал һәм Волга буйы федераль округтарының Эҙләнеүселәр һәм проектлаусылар милли берекмәһе ултырыштары уҙасаҡ. Форумда төҙөлөш комплексының бөтә йүнәлештәрен үҙ эсенә алған 30-ҙан ашыу сара үткәреү планлаштырыла. ФЕКЕР Артем КОВШОВ, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы: “Күргәҙмә төп эксперттарҙы, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары, тармаҡ ассоциациялары һәм эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн төҙөлөш һәм архитектура өлкәһендәге стратегик бурыстарҙы хәл ит

2026 йылдың 25-27 февралендә Өфөлә “УралСтройИндустрия” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы буласаҡ. Киң масштаблы был сара Рәсәйҙең төҙөлөш тармағының 2030 йылға тиклемге үҫеш йүнәлештәрен билдәләүсе һәм Башҡортостандың инвестиция ҡеүәтен күрһәтеүсе майҙансыҡҡа әүереләсәк. “Рәсәйҙең төҙөлөш тармағы: маҡсаттар, тренд, 2030 йылға тиклемге үҫеш йүнәлештәре” исемле пленар сессия форумдың нигеҙе булып торасаҡ. Сара барышында Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы, Төҙөүселәр ассцңоциацияһы, шулай уҡ Урал һәм Волга буйы федераль округтарының Эҙләнеүселәр һәм проектлаусылар милли берекмәһе ултырыштары уҙасаҡ. Форумда төҙөлөш комплексының бөтә йүнәлештәрен үҙ эсенә алған 30-ҙан ашыу сара үткәреү планлаштырыла. ФЕКЕР Артем КОВШОВ, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы: “Күргәҙмә төп эксперттарҙы, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары, тармаҡ ассоциациялары һәм эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн төҙөлөш һәм архитектура өлкәһендәге стратегик бурыстарҙы хәл итеү майҙансығына әүереләсәк. Төбәктең мөмкинлектәрен һәм проекттарын инвесторҙарға күрһәтеү форумдың төп бурысы булып тора. Өс көнлөк программа барышындағы тура эшлекле осрашыуҙар технологиялар һәм материалдар һатыусыларға ышаныслы хеҙмәттәштәр табырға, яңы баҙарға сығырға булышлыҡ итәсәк”. Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!