Найти в Дзене

Башҡортостандың логистик предприятиеһы һаҡсыл технологиялар индерә

2018 йылдан йөк ташыу өлкәһендә эшләүсе «Крезол-Логистика» компанияһы «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проектының «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» федераль проектына ҡушылды. Предприятиела һаҡсыл технологиялар индереү өсөн пилот йүнәлеше итеп запас частар һатып алыу һәм транспортты ремонтлау процесы һайланған. Тейешле килешеүгә Башҡортостан Хөкүмәте предприятие етәкселеге менән ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенцияларҙың төбәк үҙәгендә. Компания һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре һәм ҡоралдары буйынса уҡыу үткән. Нефтекаманың ремонт базаһында производство анализы индерелгән һәм ремонт буйынса мәғлүмәт йыйыу бара. "Логистикала етештереүсәнлекте арттырыу - айырым компанияның да, шулай уҡ тотош төбәк иҡтисадының да конкуренцияға һәләтлелегенең төп факторы. Процестарҙы оптимилаштырыу транспорттың буш ваҡытын ҡыҫҡартырға, клиенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең ышанысын арттырырға мөмкинлек бирә, - тип билдәләне Ба

2018 йылдан йөк ташыу өлкәһендә эшләүсе «Крезол-Логистика» компанияһы «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проектының «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» федераль проектына ҡушылды. Предприятиела һаҡсыл технологиялар индереү өсөн пилот йүнәлеше итеп запас частар һатып алыу һәм транспортты ремонтлау процесы һайланған. Тейешле килешеүгә Башҡортостан Хөкүмәте предприятие етәкселеге менән ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенцияларҙың төбәк үҙәгендә. Компания һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре һәм ҡоралдары буйынса уҡыу үткән. Нефтекаманың ремонт базаһында производство анализы индерелгән һәм ремонт буйынса мәғлүмәт йыйыу бара. "Логистикала етештереүсәнлекте арттырыу - айырым компанияның да, шулай уҡ тотош төбәк иҡтисадының да конкуренцияға һәләтлелегенең төп факторы. Процестарҙы оптимилаштырыу транспорттың буш ваҡытын ҡыҫҡартырға, клиенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең ышанысын арттырырға мөмкинлек бирә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Диагностика йомғаҡтары буйынса һайланған процесты оптималләштереүгә йүнәлтелгән аныҡ ҡарарҙар һәм саралар әҙерләнде. Әлеге ваҡытта предприятиела был яҡшыртыуҙарҙы индереү этабы әүҙем бара. Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары предприятие менән алты ай дауамында эшләйәсәк. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!