Ноябрҙә Башҡортостанда һауа торошо аномаль булды. Бер нисә тапҡыр температура рекорды ҡуйылды. Мәҫәлән, кисә Хәйбулла районындағы метеостанцияла температура максимумы билдәләнде. Термометр бағанаһы +8 градус күрһәтте. Һәм бына ноябрь тамамлана, ә ҡар юҡ. Декабрь ниндәй буласаҡ? Гисметео синоптиктары календарь ҡыштың беренсе айына фараз бирә. Декабрҙең тәүге декадаһында һауа торошо йәнә аномаль буласаҡ. Көндөҙгө температура башлыса ыңғай буласаҡ. Тотороҡло минус айҙың икенсе декадаһында ғына фаразлана. Һауа температураһы көндөҙ барыбер -5 градустан түбән төшмәйәсәк. Йыл аҙағына яҡын көслө ҡар яуыуы көтөлә. Фото: Әлиә Хужәхмәтова. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!