26 ноябрҙә “ӨФӨ-ЭКСПО” күргәҙмә комплексында “Беҙҙең бренд” халыҡ-ара фестивале, IX махсуслаштырылған аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе һәм VII “ПродТехЭкспо” проекты старт алды. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп сығыш яһаны. – “Беҙҙең бренд” халыҡ-ара фестивале күргәҙмә генә түгел. Был майҙансыҡта яңы фекерҙәр тыуа, уҙаҡташлыҡ формалаша һәм етештереүселәребеҙҙең тауарҙарына ышаныс нығый, – тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. Ул төбәк брендтарын үҫтереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Бөгөн ер, сеймал, эшкәртеү, аҙыҡ-түлек, логистика, ритейл сылбырында заманса экосистема нигеҙендә яңы иҡтисади модель булдырыу бик мөһим, – тине Илшат Фәзрахманов. Сылбырҙың бөтә звенолары табышлы булһын өсөн тауарҙы һатып алыусыларға еткереү мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә был дөрөҫ түгел. Шуға күрә беҙгә маҡсатҡа өлгәшеү өсөн бик күп саралар үткәрергә кәрәк. Халыҡ-ара фестивалдең уңышлы, һөҙөмтәле үтеүен һәм уның һөҙөмтәләре буйынса бер