Миҫал өсөн – Баҡалы районынан Дамир Иванов менән Рәүис Шәфиғуллин. Улар, йәшәү шарттарын уңайлыраҡ итеү маҡсатында, социаль координатор булышлығында кәрәкле документтарҙы юллап тапшырған. Дамир Иванов ғаиләһе менән Баҡалы ауылында йәшәй. Ул әүҙем тормош алып барырға тырыша. Протезға эйә булып алғас, спорт меннә шөғөлләнеүен тергеҙергә һәм эшкә урынлашырға тип тә ниәтләй – бының өсөн мәшғүллек үҙәгенә ғариза биргән дә инде. Рәүис Шәфиғуллин Иҫке Ҡорос ауылында йәшәй. Ул “Ватан һаҡсылары” фонды үткәргән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Әлеге мәлдә протез көтә, унан инде эшкә урынлашырға ла була, тип өмөтләнә. Торлаҡты яраҡлаштырыу программаһы тотош республика буйлап ғәмәлгә ашырыла. 2024 йылдың башынан алып фонд бихисап МХО ветеранына ярҙам ҡылған. Фотолар: vk.com/zashitnikiotechestvarb?from=groups
Яугир-ветерандарҙың йорт, фатирҙары уңайлыраҡҡа әйләнә
26 ноября 202526 ноя 2025
~1 мин