Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йыл аҙағынаса тағы 16 ауыл тоташасаҡ

Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге оператив кәңәшмәлә төбәктә газ үткәреү буйынса мәсьәләләр тикшерелде. Сығыш яһаусылар билдәләгәнсә, Башҡортостанда 2020 йылда раҫланған Газ менән тәьмин итеү һәм газ үткәреү программаһын үтәү дауам итә. Ул республикала өҫтәмә рәүештә ике мең километрҙан ашыу ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсе газ үткәргестәр һалыуҙы күҙ уңында тота. Шуға ярашлы, 181 ауыл һәм ҡасабаға газ үткәреләсәк. Был иһә 26 мең йорт хужалығын газға тоташтырыу мөмкинлеге бирәсәк. Программа үтәлеше барышында 26 муниципалитеттың 99 ауылына газ үткәрелде лә инде, был иһә 7 725 йорт хужалығына газдан файҙаланыу форсаты бирҙе һәм бөгөнгә шуларҙан 3 822 йортҡа тәбиғи яғыулыҡ үткәрелгән. Ике муниципалитеттағы һигеҙ ауыл газға тоташырға әҙер. Ә йыл аҙағына саҡлы тағы ла 16 ауылға тәбиғи газ киләсәк. Башҡортостан илдең иң ҙур төбәктәре араһында социаль газификация программаһы буйынса беренсе урынды биләй. Был документ Рәсәй Президенты Владимир Путинд

Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге оператив кәңәшмәлә төбәктә газ үткәреү буйынса мәсьәләләр тикшерелде. Сығыш яһаусылар билдәләгәнсә, Башҡортостанда 2020 йылда раҫланған Газ менән тәьмин итеү һәм газ үткәреү программаһын үтәү дауам итә. Ул республикала өҫтәмә рәүештә ике мең километрҙан ашыу ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсе газ үткәргестәр һалыуҙы күҙ уңында тота. Шуға ярашлы, 181 ауыл һәм ҡасабаға газ үткәреләсәк. Был иһә 26 мең йорт хужалығын газға тоташтырыу мөмкинлеге бирәсәк. Программа үтәлеше барышында 26 муниципалитеттың 99 ауылына газ үткәрелде лә инде, был иһә 7 725 йорт хужалығына газдан файҙаланыу форсаты бирҙе һәм бөгөнгә шуларҙан 3 822 йортҡа тәбиғи яғыулыҡ үткәрелгән. Ике муниципалитеттағы һигеҙ ауыл газға тоташырға әҙер. Ә йыл аҙағына саҡлы тағы ла 16 ауылға тәбиғи газ киләсәк. Башҡортостан илдең иң ҙур төбәктәре араһында социаль газификация программаһы буйынса беренсе урынды биләй. Был документ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Ә 2021 йылда ил етәксеһе элегерәк газ үтәкерлгән ауылдарҙа газ селтәрен йорт хужалығы сигенә саҡлы бушлай һуҙыу тураһындағы законға ҡул ҡуйғайны. Ошо програмамға ярашлы, Башҡортостанда 68,6 мең йорт хужалығы газды ҡуллана башланы. ФЕКЕР Альберт ЛОҠМАНОВ, «Газпром межрегионгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры – «Газпром газораспределение Өфө» ойошмаһының идарасыһы: “Йортҡа газ үткәреүгә беҙ бөтәһе 83 мең ғариза алдыҡ. Газ бүлеү селтәрҙәре торбаларҙы 76,6 мең йорт хужалығының ситенә тиклем һуҙҙы. Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Влдаимир Путин социаль газофикация программаһын газ үткәрелгән ауылдарға яҡын урынлашҡан баҡсасылыҡ йәмғиәттәрендәге торлаҡ йорттарға ла ҡулланырға ҡушҡайны. Баҡсасылыҡ йәмғиәттәре биләмәләренә инвентарлаштырыу үткәреү һөҙөмтәһендә асыҡланыуынса, 20 муниципалитеттағы 433 баҡсасылыҡ йәмғиәтендәге 15 487 йортҡа газ үткәрергә мөмкин. Шуларҙан 663 баҡса йорто газға тоташты ла инде. Газ үткәреүгә республика биргән сертификаттар был программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҙур ярҙам булып тора. Был ярҙамдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, ярлы йәшәгән инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, матди яҡтан аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре файҙалана ала. Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.