Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Инвалид тип түгел, кеше тип ҡарайыҡ

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй “Барыһы өсөн дә асыҡ” инклюзив форумы үтә. Проект йәмғиәттә сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙең ихтыяждарын тәрәнерәк аңлау һәм бөтәһе өсөн дә уңайлы мөхит булдырыуға йүнәлтелгән. Форум барышында ойошторолған “Губернаторҙар ҡунаҡханаһы. Төбәктәрҙә инклюзияны үҫтереү стратегияһы” түңәрәк өҫтәлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Беҙҙең тәжрибәне өлгө итеп ҡуялар Форумды ойоштороусы булараҡ сығыш яһаған Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгәндәр менән эшләү, уларға уңайлы мөхит булдырыу йәһәтенән Башҡортостан Республикаһының эш тәжрибәһен өлгө итеп ҡуйҙы һәм “Һеҙҙә төбәк властары, бизнес, коммерцияға ҡарамаған һәм хәйриә ойошмалары йәмғиәтте инвалид кешеләргә ҡарата аңлыраҡ һәм мәрхәмәтлерәк итеүгә булышлыҡ иткән бихисап эш алымдарын ғәмәлгә ашыра”, тип билдәләне. Стратегик башланғыстар агентлығы тәҡдим иткән инвалид кешеләрҙең йәшәү сифаты индексынд

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй “Барыһы өсөн дә асыҡ” инклюзив форумы үтә. Проект йәмғиәттә сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙең ихтыяждарын тәрәнерәк аңлау һәм бөтәһе өсөн дә уңайлы мөхит булдырыуға йүнәлтелгән. Форум барышында ойошторолған “Губернаторҙар ҡунаҡханаһы. Төбәктәрҙә инклюзияны үҫтереү стратегияһы” түңәрәк өҫтәлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Беҙҙең тәжрибәне өлгө итеп ҡуялар Форумды ойоштороусы булараҡ сығыш яһаған Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгәндәр менән эшләү, уларға уңайлы мөхит булдырыу йәһәтенән Башҡортостан Республикаһының эш тәжрибәһен өлгө итеп ҡуйҙы һәм “Һеҙҙә төбәк властары, бизнес, коммерцияға ҡарамаған һәм хәйриә ойошмалары йәмғиәтте инвалид кешеләргә ҡарата аңлыраҡ һәм мәрхәмәтлерәк итеүгә булышлыҡ иткән бихисап эш алымдарын ғәмәлгә ашыра”, тип билдәләне. Стратегик башланғыстар агентлығы тәҡдим иткән инвалид кешеләрҙең йәшәү сифаты индексында Башҡортостан 11-се урында билдәләнде һәм был йүнәлештәге эшмәкәрлек буйынса тәүге 20 алдынғы төбәк иҫәбенә инде. – Федераль кимәлдә әлеге ише йыйынды тәүге тапҡыр ойошторҙоҡ, унда инклюзияның төрлө йүнәлештәре – мәғариф, реабилитация мәсьәләләре тикшерелә. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан – бындай форумды йыл һайын уҙғарған берҙән-бер төбәк. Ул “Кәртәләрҙе емереп” тип атала. Уның барышында инвалидтар, үҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәләре, махсус хәрби операция ветерандары осраша, халыҡ-ара һәм Рәсәй эксперттары саҡырыла. Тикшереү йомғаҡтары буйынса техник реабилитация саралары менән тәьмин итеү, ошо сектор өсөн продукция сығарған урындағы етештереүселәргә ярҙам күрһәтеү йәһәтенән бик күп төбәк программалары барлыҡҡа килеүен беләм. Сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн мөһим социаль, мәғрифәти башланғыстар бар, – тине Светлана Чупшева, Башҡортостандың әлеге йүнәлештәге эшмәкәрлегенә юғары баһа биреп. Түңәрәк өҫтәлдә фекер алыштылар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Губернаторҙар ҡунаҡханаһы. Төбәктәрҙә инклюзияны үҫтереү стратегияһы” түңәрәк өҫтәлендәге сығышы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. – Йәмғиәттең аң кимәле иғтибарға һәм хәстәрлеккә айырыуса мохтаж кешеләргә – инвалидтарға, сәләмәтлек мөмкинлеге сикле балаларға мөнәсәбәте менән билдәләнә, – тине Радий Хәбиров. – Башҡортостанда яҡынса 250 мең инвалид йәшәй, шуның 21 меңе – балалар. Республикала сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгәндәр уңайлы шарттарҙа йәшәһен өсөн шарттар булдырабыҙ. Тәү сиратта эргәбеҙҙә төрлө кешеләр барлығын аңларға һәм ҡабул итергә тейешбеҙ. Белеүебеҙсә, 2024 йыл Башҡортостанда, Радий Хәбировтың тәҡдименә ярашлы, Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителгәйне. Инвалидлыҡ темаһының асыҡлығы, йәмғиәттең был мәсьәләлә мәғлүмәтлелеге кешеләрҙең мөнәсәбәтен үҙгәртә, ти республика Башлығы. Ошо йүнәлештәге төп мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн беҙҙә Инвалидтар эштәре буйынса координация советы, айырым шарттарға мохтаж граждандар реестры булдырылған. Төбәгебеҙҙә биш реабилитация үҙәге, райондарҙа уның 14 филиалы, инвалидтарға кәрәкле ҡорамалдарҙы прокатҡа биреү буйынса 30 пункт, 15 психоневрология интернаты, биш йорт тибындағы интернат һәм башҡа үҙәктәр эшләй. Сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән кескәйҙәр менән эшләүгә ҙур иғтибар бүленә. “Салют” балалар реабилитация комплексын асыу – ошоға аныҡ дәлил. Бер йылда бында бөтә республиканан алты меңдән ашыу бала хеҙмәтләндерелгән. ФЕКЕР Людмила Ивановна САХАПОВА, “Булышлыҡ” инвалид балаларҙың ата-әсәләре төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе: – Беҙ 15 йылдан ашыу менталь үҙенсәлектәргә эйә балаларға, үҫмерҙәргә һәм йәштәргә ярҙам күрһәтәбеҙ. Бында һүҙ Даун синдромы, аутизм, психофизик сирҙәр тураһында бара. Бынан 15 йыл элек ябай граждандарҙың да, төрлө учреждение хеҙмәткәрҙәренең дә бындай балаларға мөнәсәбәте бик ҡатмарлы ине. Уларҙы балалар баҡсаһына, мәктәпкә алманылар. 18 йәштән өлкәндәренә эшкә урынлашыу мөмкинлеге булманы тиерлек. Ләкин барыһы ла үҙгәрә! Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Өфө ҡалаһы етәкселеге ярҙамында бихисап эштәр башҡара, ҙур проекттарҙы тормошҡа ашыра алдыҡ. Мәҫәлән, төрлө диагнозлы сабыйҙарға һәм уларҙың ата-әсәләренә иртә ярҙам үҙәге асылды. “РИТМ” тип аталған ике көндөҙгө мәшғүллек үҙәге эшләй, уларҙың һәр береһендә ете оҫтахана бар. Инвалид балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе үҙаллы тормошҡа өйрәтеү буйынса уҡыу-тренировка фатиры булдырҙыҡ. Улар унда ҡыҫҡа ваҡытлы курстар үтә. Серафимовка балалар йорт-интернатында тәрбиәләнеүселәр өсөн фатир булдырып, уларҙы бәләкәй төркөмдәр менән йәшәтәбеҙ. Күптәре рәсми эшкә урынлашты. Үҙебеҙҙең “Битлекһеҙ” тип аталған театрыбыҙ бар, ул Рәсәй буйынса ла гастролдәргә сыға. Эшмәкәрлегебеҙҙең тағы бер йүнәлеше – адаптив спортты үҫтереү. Башҡарған барлыҡ ғәмәлдәребеҙҙең ярҙамға, хәстәрлеккә мохтаждар файҙаһына булыуы, шулар иҫәбенә йәмғиәттең инвалидтарға ҡарата фекере ыңғай яҡҡа үҙгәреүе күңелгә ҡәнәғәтлек, бушҡа эшләмәүебеҙҙе аңлау тойғоһо бирә. Фотолар: БР Башлығы сайтынан.