Ҡәҙерле тамашасылар! Һеҙҙе 12 ДЕКАБРҘӘ сәғәт 7-лә Сибай концерт-театр берекмәһендә үтәсәк мәҙәниәт ветераны, актер, режиссер, Башҡортостандың халыҡ артисы ВӘКИЛ БАРЫЙ улы ЙОСОПОВТОҢ яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһенә саҡырабыҙ. Кисәлә Сибай концерт-театр берекмәһе артистары, коллегалары, ижадташ дуҫтары, туғандары һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнаша. Вәкил Барый улының хеҙмәт, тормош юлы тураһында яҡты иҫтәлектәр, онотолмаҫ хәтирәләр менән байытылған, уның сағыу ижадына байҡау яһаған хәтер кисәһендә көтәбеҙ һеҙҙе, дуҫтар! ИНЕҮ ИРЕКЛЕ.