Вуз-ара кампус резиденты – Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдарының проекты «Старт-1» инновацияларға булышлыҡ итеү фонды конкурсында еңеп сыҡты. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 5 миллион һумлыҡ грант бүленгән. - Ғалимдарыбыҙҙың «Старт-1» конкурсында еңеүе – Башҡортостанда заманса фәнни экосистема булдырыуҙың һөҙөмтәһе ул. Өфө тикшеренеүселәренең эше нефть табыуҙың тәғәйен технологик мәсьәләһен хәл итеп кенә ҡалмай, бөтә тармаҡ өсөн яңы һөҙөмтәлелек стандарты ла бирә, - тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһының Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина. Проект өҫтөндә уникаль мультидисциплина командаһы: химиктар (Өфө дәүләт нефть техник университетының Нефть промыслаһы химияһы лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре), инженерҙар һәм тикшеренеүҙәр тәжрибәһе булған белгестәр эшләне. Проектты тормошҡа ашырыу ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген 15-25 процентҡа арттырырға һәм ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүҙең иҡтисади һөҙөмтәлелеген күтәрергә мөмкинлек бирәсәк, ти ғалимдар. Шуныһы ҡыҙыҡ