«Йәштәр һәм балалар» милли проектын (национальный проект «Молодежь и дети») тормошҡа ашырыу һәм Фән айлығына ярашлы, Өфө вуз-ара студенттар кампусында Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең терәк мәктәбе – 21-се лицей уҡыусылары булды. Мауыҡтырғыс сәйәхәт барышында 200-ҙән ашыу өлкән класс уҡыусыһы республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары ғалимдарының фәнни асыштары һәм ҡаҙаныштары менән танышты. Был хаҡта республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр. Уҡыусылар инновацияларҙың ҡайҙа һәм нисек барлыҡҡа килеүен үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Улар Өфө фән һәм технологиялар университетының, Өфө нефть техник университетының һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының юғары технологиялы лабораторияларында булды. «Киберателье» аҡыллы кейем лабораторияһы, ҡытай теле үҙәге, «Берлога» киберфизика технологиялар оҫтаханаһы һәм «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәге балаларҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Бынан тыш, уҡыусыларға бер нисә йылдан вуз-ара кампустың ниндәй буласағын күрһәттеләр һәм буласаҡ студ
200-ҙән ашыу уҡыусы вуз-ара кампуста киләсәк фәне менән танышты
26 ноября 202526 ноя 2025
1
1 мин