Стәрлетамаҡтағы “Әсә һәм бала” коммерцияға ҡарамаған хәйриә фонды етәксеһе Тимур Ҡунаҡҡужин, махсус хәрби операция башланғас, медицина учреждениеһында МХО-ла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзалары өсөн түләүһеҙ реабилитация үҙәге ойошторорға ҡарар итә. Һөҙөмтәлә “Йөрәк ҡушыуы буйынса” тип аталған ирекмәнлек проекты төҙөлә. Уны хәйриә фонды етәкселәре үҙ иҫәбенә тормошҡа ашыра башлай. Үҙәккә тәжрибәле, юғары квалификациялы белгестәр туплана, реабилитация өсөн кәрәкле тренажерҙар, медицина ҡорамалдары алына. “Йөрәк ҡушыуы буйынса” ирекмәнлек проекты Башҡортостан Башлығы грантына конкурста ҡатнашып, “Ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау” йүнәлеше буйынса еңеү яулай. Һөҙөмтәлә республикала тиңе булмаған заманса аппараттар алыу мөмкинлеге тыуа. Хәҙер инде үҙәктә 200-ҙән ашыу яугирҙе аяҡҡа баҫтырғандар. — Мин үҙем — реабилитолог. Заман шарттары, һөнәр, йөрәк ҡушыуы буйынса, медициналағы башҡа йүнәлештәрҙе лә өҙлөкһөҙ өйрәнергә, уҡырға, квалификацияны камиллаштырыу курстарын үтергә