Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Милли проект ярҙам итте

Федоровка районының Аҡбулат ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы медицина пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар менн тәьмин ителгән. Бында фельдшер, процедура, ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙар һәм ҡорамалдар һаҡлау бүлмәләре урынлаштырылған. Бында Аҡбулат ауылының 192 кешеһе хеҙмәтләндереләсәк. – Хәҙер ауыл халҡының заманса медицина пункты бар. Беҙ сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә аласаҡбыҙ, ә пациенттарҙың уңайлы шарттарҙа дауаланыу өсөн мөмкинлектәре артты, – ти фельдшер Айгөл Рафиҡова. Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звено

Федоровка районының Аҡбулат ауылында, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы медицина пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле ҡорамалдар менн тәьмин ителгән. Бында фельдшер, процедура, ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙар һәм ҡорамалдар һаҡлау бүлмәләре урынлаштырылған. Бында Аҡбулат ауылының 192 кешеһе хеҙмәтләндереләсәк. – Хәҙер ауыл халҡының заманса медицина пункты бар. Беҙ сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә аласаҡбыҙ, ә пациенттарҙың уңайлы шарттарҙа дауаланыу өсөн мөмкинлектәре артты, – ти фельдшер Айгөл Рафиҡова. Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.