Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Был ҡорамалдың файҙаһы бик ҙур

Салауат ҡалаһы дауаханаһына заманса ҡорамал – “BTL-6000 Microwave” микротулҡынлы терапия аппараты килтерелде. Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға бәйле булды. Аппарат микротулҡынлы диатермия процедураларын үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Апликаторҙарҙың күп булыуы тәндең төрлө өлөштәрен дауалау мөмкинлеген бирә. - Яңы ҡорамал пациенттарға һөҙөмтәле һәм тиҙ ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәрен аса, дауалауҙы тиҙ һәм һөҙөмтәле итә, - ти физиотерапия буйынса шәфҡәт туташы Юлия Глущенко. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда ауыл медицинаһын заманлаштырыу һәм киңәйтеү буйынса эш дауам итә. Был урында йәшәүселәрҙе сифатлы һәм үҙ ваҡытында медицина ярҙамы менән т әьмин итергә, уларҙың һаулығын нығытырға булышлыҡ итә. 2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Прод

Салауат ҡалаһы дауаханаһына заманса ҡорамал – “BTL-6000 Microwave” микротулҡынлы терапия аппараты килтерелде. Был “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға бәйле булды. Аппарат микротулҡынлы диатермия процедураларын үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Апликаторҙарҙың күп булыуы тәндең төрлө өлөштәрен дауалау мөмкинлеген бирә. - Яңы ҡорамал пациенттарға һөҙөмтәле һәм тиҙ ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәрен аса, дауалауҙы тиҙ һәм һөҙөмтәле итә, - ти физиотерапия буйынса шәфҡәт туташы Юлия Глущенко. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда ауыл медицинаһын заманлаштырыу һәм киңәйтеү буйынса эш дауам итә. Был урында йәшәүселәрҙе сифатлы һәм үҙ ваҡытында медицина ярҙамы менән т әьмин итергә, уларҙың һаулығын нығытырға булышлыҡ итә. 2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт һатып алыу планлаштырылған. 134 модулле конструкция ҡуйыу, туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәрен атҡарыу һәм алты яңы поликлиниканы сафҡа индереү ҡаралған. Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!