Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һөҙөмтәләр ҡыуандыра

Һаҡсыл етештереү ҡоралдарын тормошҡа ашырыу Баймаҡ ҡойоу-механика заводына ҙур һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкинлек бирә: насостар һәм агрегаттар етештереү процесы 13 процентҡа һәм станинаны токарь менән эшкәртеү циклы 30,4 процентҡа ҡыҫҡартыла. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проекты сиктәрендә предприятиела Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттарының эш һөҙөмтәләре шундай, тип хәбәр иттеләр төбәк хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар үҙәгендә. – Персоналды үҙгәрештәргә әүҙем йәлеп иткән компаниялар максималь һәм, иң мөһиме, оҙайлы һөҙөмтә ала. Улар үҫеш өсөн эске двигатель булдыра, ул Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары менән проект тамамланғандан һуң да эшләүен дауам итә, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. “БЛМЗ” акционерҙар йәмғиәтенең пилот йүнәлеше

Һаҡсыл етештереү ҡоралдарын тормошҡа ашырыу Баймаҡ ҡойоу-механика заводына ҙур һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкинлек бирә: насостар һәм агрегаттар етештереү процесы 13 процентҡа һәм станинаны токарь менән эшкәртеү циклы 30,4 процентҡа ҡыҫҡартыла. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проекты сиктәрендә предприятиела Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттарының эш һөҙөмтәләре шундай, тип хәбәр иттеләр төбәк хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар үҙәгендә. – Персоналды үҙгәрештәргә әүҙем йәлеп иткән компаниялар максималь һәм, иң мөһиме, оҙайлы һөҙөмтә ала. Улар үҫеш өсөн эске двигатель булдыра, ул Төбәк компетенциялар үҙәге эксперттары менән проект тамамланғандан һуң да эшләүен дауам итә, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. “БЛМЗ” акционерҙар йәмғиәтенең пилот йүнәлеше булып У900/90 углесосы насостарын һәм агрегаттарын йыйыу ағымын оптималләштереү тора. Һаҡсыл практикалар индереү үҫеш өсөн резервтарҙы капиталь сығымдарһыҙ асыҡларға мөмкинлек бирә. – Хәҙер компания процестарҙы анализлауға икенсе төрлө ҡарай, ә иң мөһиме — персоналдың йәлеп ителеүен арттырҙы, был тотороҡло үҫеш өсөн нигеҙ булып тора, — тип билдәләне төбәк компетенция үҙәгенең проект етәксеһе Артем Астафуров. Үҙгәрештәрҙе индереү комплекслы ҡараш талап итә. Төп ҡарарҙар араһында ҡайһы бер ҡоралдарҙы алмаштырыу һәм цехтар араһында персоналдың һығылмалы ротация системаһын индереү. Ябай хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеү өсөн компания “Һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре”, “Производствола 5С”, “Стандартлаштырылған эш” һәм башҡа программалар буйынса уҡытыу үткәрә. Шулай уҡ мәғлүмәт үҙәктәре булдырыла һәм мотивация системаһы индерелә. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.