Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә төбәкте газлаштырыу һәм өҫтәмә газлаштырыу буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙеләр. “Газпром межрегионгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры – “Газпром газораспределение Уфа” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсеһе Альберт Лоҡманов, Башҡортостан 2020 йылда раҫланған “Башҡортостанды газ менән тәьмин итеүҙе һәм газлаштырыуҙы үҫтереү” программаһын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә, тип хәбәр итте. Ул Башҡортостанда 181 тораҡ пунктты газлаштырыу өсөн өҫтәмә рәүештә 2 мең километрҙан ашыу ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсендәге газ үткәргестәр төҙөүҙе күҙ уңында тота. Был яҡынса 26 мең йортҡа газ үткәреү мөмкинлеген бирәсәк. Программа ғәмәлдә булған осорҙа газ 26 муниципалитеттың 99 тораҡ пунктына килә. 7 725 йортҡа газ үткәреү мөмкинлеге булдырыла, шуларҙың 3 822-һенә газ үткәрелгән. Ике муниципалитетта һигеҙ тораҡ пункт тоташтырыуға әҙер. Ә йыл аҙағына тиклем газ менән тәьмин итеү селтәрҙәренә тағы ла 16 тораҡ пунктты тоташтырыу планлашт