25 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Һарытау һәм Һамар өлкәләре буйынса сик буйы идаралығының "Волга буйы" Сик буйы контроле отряды етәксеһе Георгий Кванталиани менән осрашты. Көн тәртибендә – хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү өлкәһендә төбәк етәкселеге һәм федераль структуралар араһында үҙ-ара эш итеү. Яҡтар Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропортында сик буйы контроле подразделениеларының эшен ойоштороу, төбәк ведомстволары менән эшмәкәрлекте координациялау һәм үткәреү пункттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Радий Хәбиров Георгий Кванталианиға хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе һәм артабан бергә эшләргә әҙер булыуын белдерҙе. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.