Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе күңелле ваҡиға менән башланды – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәмәғәт эшмәкәре, “Бөтәһе лә фронт өсөн – Бишбүләк” хәрәкәте лидеры Эллина Суфьяноваға “Рәсәй Федерацияһы оборонаһын нығытыуға индергән өлөшө өсөн” миҙалын тапшырҙы. Бүләкләү тураһында бойороҡҡа Рәсәй оборона министры Андрей Белоусов ҡул ҡуйған. – Башҡарған эшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Яугирҙәребеҙ ҙә һеҙгә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерә, – тине Радий Хәбиров. Эллина Суфьянова республика етәксеһенә ирекмәндәргә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. – Был награда – миңә генә түгел, ә Бишбүләк районында алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам күрһәткән йөҙләгән кешегә. Бөтә республика беҙҙең егеттәр өсөн берләште, – тине Эллина Суфьянова. Билдәләп үтәйек, “Бөтәһе лә фронт өсөн – Бишбүләк” хәрәкәте “Башҡортостан” полкы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, башҡа башҡорт батальондары хәрбиҙәренән дә ғаризаларҙы эшкә ала. 2025 йылда ғына хәрәкәт активистары ҡорамалдар, башҡа кәрәк-яраҡтар һатып ала һәм дөйөм суммаһы 1