Быуаттарҙан-быуаттарға Ҡурай моңо тынмаған. Тарихтың ауаздарынан “Урал” көйө уйналған. “Башҡорт”, “ҡурай” – был ике һүҙ Бер туғандай яңғырай. Йәшәһә минең милләтем, Уйналыр һәр саҡ ҡурай! Д. Заһитов. Тыуған еребеҙ таланттарға, йомарт, изге күңелле кешеләргә бай. Улар – беҙҙең арала. Тормошто ярата белгән, үҙ эштәрен дәртләнеп, талпынып эшләгән шәхестәр. Улар бар күңелен халыҡҡа, сәнғәткә хеҙмәт итеүгә йүнәлтә. Үҙен уратып алған кешеләрҙе лә алсаҡ йөҙө, асыҡ күңеле менән яҡтылыҡҡа әйҙәй, тирә-яҡҡа нур һәм моң өләшә. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ тап шундай сифаттарға эйә булған шәхес – Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең оҫта ҡурайсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азамат Әсәйенов менән. Ошо арала Азамат Ишкилде улы үҙенең күркәм 50 йәшлек юбилейын билдәләне. – Азамат Ишкилде улы, үҙегеҙ тураһында һөйләп китһәгеҙ ине. – Башҡортостаныбыҙҙың иң матур райондарының береһе – Ишмулла, Айытҡоловтар тыуып үҫкән ерҙә, Йылайыр районының Матрай ауылында донъяға килгәнмен. Бәхетле бала сағым