Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ризыҡ фестивале асыла

Иртәгә, 26 ноябрҙә, Өфөлә “Беҙҙең бренд-2025” халыҡ-ара фестивале эшен башлай. “ӨФӨ-ЭКСПО” күргәҙмәләр комплексында асыласаҡ был сара, шулай уҡ ошонда уҡ урынлашасаҡ IX махсуслашҡан аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе, VII “ПродТехЭкспо” махсуслашҡан проекты республиканың аҙыҡ-түлек индустрияһы өсөн әһәмиәтле ваҡиға булып тора. Етештереүселәр араһында абруй ҡаҙанған был сара дүрт көн барасаҡ. “Фестиваль туҡланыу продукттары етештереүселәргә үҙен күрһәтеү, яңы хеҙмәттәштәр табыу, һатып алыусылар менән тура бәйләнеш урынлаштырыу мөмкинлеге бирә. Ә Өфө кешеләре һәм баш ҡала ҡунаҡтары саф аҙыҡ-түлекте тура етештереүселәрҙең үҙҙәренән һатып аласаҡ”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Пленар сессия был эшлекле сараның төп ваҡиғаһы буласаҡ. Быйыл ул “Төбәк брендтары – биләмәләрҙе тотороҡло үҫтереү сараһы булараҡ” тигән исем аҫтында үтә. Унда Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән эксперттар ҡатнаша. Фестиваль барған көндәрҙә фермерҙар, тауар етеш

Иртәгә, 26 ноябрҙә, Өфөлә “Беҙҙең бренд-2025” халыҡ-ара фестивале эшен башлай. “ӨФӨ-ЭКСПО” күргәҙмәләр комплексында асыласаҡ был сара, шулай уҡ ошонда уҡ урынлашасаҡ IX махсуслашҡан аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе, VII “ПродТехЭкспо” махсуслашҡан проекты республиканың аҙыҡ-түлек индустрияһы өсөн әһәмиәтле ваҡиға булып тора. Етештереүселәр араһында абруй ҡаҙанған был сара дүрт көн барасаҡ. “Фестиваль туҡланыу продукттары етештереүселәргә үҙен күрһәтеү, яңы хеҙмәттәштәр табыу, һатып алыусылар менән тура бәйләнеш урынлаштырыу мөмкинлеге бирә. Ә Өфө кешеләре һәм баш ҡала ҡунаҡтары саф аҙыҡ-түлекте тура етештереүселәрҙең үҙҙәренән һатып аласаҡ”, – ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Пленар сессия был эшлекле сараның төп ваҡиғаһы буласаҡ. Быйыл ул “Төбәк брендтары – биләмәләрҙе тотороҡло үҫтереү сараһы булараҡ” тигән исем аҫтында үтә. Унда Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән эксперттар ҡатнаша. Фестиваль барған көндәрҙә фермерҙар, тауар етештереүселәр, сауҙа вәкилдәре һәм рестораторҙар өсөн 20-нән ашыу сара ойоштороласаҡ. Фото: “Беҙҙең бренд-2025” халыҡ-ара фестивале.