Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика Йортонда "Инвестиция сәғәте"н өҙлөкһөҙ уҙғара. Унда кемдәр генә саҡырылмай, аяғында ныҡлы баҫып торған йүнсел фермерҙарҙан алып бөгөн эштәрен әле саҡ башлап торған ныҡышмал фермерҙарға хәтлем барыһы ла үҙҙәренең фекерен асыҡтан-асыҡ еткерә. Әйткәндәй, ултырышта һәр кемгә һүҙ бирелә, бында һәр кемдең фекере бик тә мөһим. – Беҙ асыҡтан-асыҡ аралашыуға һәр ваҡыт әҙер, шуның өсөн йыйылғанбыҙ ҙа инде, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Бөтә күрһәткестәр ҙә төбәк иҡтисадының үҫеш динамикаһын туранан-тура сағылдыра. Мәҫәлән, бизнестың эшмәкәрлеге шул хәтлем яҡшы ойошторолған, сәмселдәр халыҡҡа кәрәкле тауар етештерә, кешеләргә төрлө йүнәлештә хеҙмәттәр күрһәтелә. Әйтәйек, күптән түгел Өфө районында тормошҡа ашырыласаҡ ҡайһы бер проекттар тикшерелде. Башҡортостанда Логистик паркын төҙөү – шуға асыҡ миҫал. Проект нигеҙендә "А" класына ҡараған универсал келәттәр селтәре ҡалҡытыласаҡ, үҙ сиратында, унда етештереү объекттары урынлашасаҡ. Беренсенән, өр-яң