Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡотло ғаиләнең йәмен һаҡлай

“Әсә күңеле – ҡояш йылыһы” конкурсында Дәүләкән районынан Гөлназ Ҡотлоярова ла ҡатнаша. Ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биргән әсә ғаиләһе менән Иҫке Яппар ауылында донъя көтә. 23 йыл элек Шишмә районы Яңы Усман ауылы ҡыҙы йәмле Дим буйында урынлашҡан ауылға килен булып төшкән. Гөлназ менән Фәнис Ҡотлояровтарҙың ҡотло ғиләһендә донъяға килгән Фәнгиз менән Илназ әле Өфө дәүләт авиация техник университетында белем ала, төпсөк балалары Азалия Дәүләкән ҡалаһындағы лицей-интернаттың 10-сы класында уҡый. Гөлназ Рәил ҡыҙы – ғаиләһенең ышаныслы тылы, ҡото. Яҡындарының тормош-көнкүрешенә йәм өҫтәргә яратҡан зат гөл-сәскә үҫтерергә ярата, ә ауыл тормошоноң бөткөһөҙ мәшәҡәттәренән арып киткәнендә, күңелен бейеү имләй. Башҡорт бейеүе менән мауыҡҡан ханым ауылда мәҙәни ойоштороусы булып, һуңғы йылдарҙа почта бүлексәһендә эшләгән, әлегә инде үҙен тотош ғаиләһенә бағышлаған. Гөлназ Рәил ҡыҙы ла – килен булып төшкәненән алып ҡәйнәһе менән дуҫ, татыу йәшәгән күркәм заттарҙың береһе. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике

“Әсә күңеле – ҡояш йылыһы” конкурсында Дәүләкән районынан Гөлназ Ҡотлоярова ла ҡатнаша. Ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биргән әсә ғаиләһе менән Иҫке Яппар ауылында донъя көтә. 23 йыл элек Шишмә районы Яңы Усман ауылы ҡыҙы йәмле Дим буйында урынлашҡан ауылға килен булып төшкән. Гөлназ менән Фәнис Ҡотлояровтарҙың ҡотло ғиләһендә донъяға килгән Фәнгиз менән Илназ әле Өфө дәүләт авиация техник университетында белем ала, төпсөк балалары Азалия Дәүләкән ҡалаһындағы лицей-интернаттың 10-сы класында уҡый. Гөлназ Рәил ҡыҙы – ғаиләһенең ышаныслы тылы, ҡото. Яҡындарының тормош-көнкүрешенә йәм өҫтәргә яратҡан зат гөл-сәскә үҫтерергә ярата, ә ауыл тормошоноң бөткөһөҙ мәшәҡәттәренән арып киткәнендә, күңелен бейеү имләй. Башҡорт бейеүе менән мауыҡҡан ханым ауылда мәҙәни ойоштороусы булып, һуңғы йылдарҙа почта бүлексәһендә эшләгән, әлегә инде үҙен тотош ғаиләһенә бағышлаған. Гөлназ Рәил ҡыҙы ла – килен булып төшкәненән алып ҡәйнәһе менән дуҫ, татыу йәшәгән күркәм заттарҙың береһе. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йыл элек ҡәйнәм мәрхүмә булды. Уға рәхмәтем ҙур. Балаларҙы үҫтереште, тәрбиә мәсьәләһендә аҡыллы кәңәштәре менән ныҡ ярҙам итте, – тип йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала ул ҡәйнәһен. – Өләсәй тәрбиәһе балалар үҫтергәндә үтә мөһим. Әлбиттә, ата-әсә үҙҙәре лә балаларына яҡшы тәрбиә бирергә тырыша, әммә оло тормош тәжрибәһенә эйә өлкәндәрҙән алған һабаҡтарҙы бер нәмә менән дә алмаштырып булмайҙыр. Әсә кеше балалары менән дуҫ та, кәңәшсе лә булырға тейеш, ти конкурсантыбыҙ. Ә ғаиләләге татыулыҡ нигеҙҙәренең береһе – бар нәмәне лә уртаға һалып һөйләшеү, бергә хәл итеү, тип иҫәпләй. Бәхетле ғаиләнең бер сере ошондалыр. Конкурсантыбыҙға уңыштар теләйбеҙ! Уның өсөн тауыш бирергә теләгәндәр ошо һылтанма аша үтә ала: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll691dbf54a52f061a30b49328 Рәүилә Ғатауллина. Фотолар – ғаилә архивынан.