Мәләүез районының Һамар-Ивановка ауылында ҙур фажиғә була яҙған. Мәғлүм булыуынса, йортта ут сыҡҡан. Йорт хужабикәһе әйтеүенсә, бер көн алда уның янына элекке тормош иптәше – бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән 35 йәшлек ир килгән. Уны өйгә индермәгәстәр, был әҙәм ғауға ҡуптара. Бәхәс ваҡытында ир бысаҡ менән янап, асыуланып ҡайтып китә. Бер аҙҙан бензин алып килеп, йорттоң ишек алдына һибә һәм ут төртә. Бәхеткә күрә, янғынды ваҡытында һүндереп өлгөрәләр. Был ваҡытта өйҙә йортта хужабикәнән һәм ете йәштән 15 йәшкә тиклемге дүрт бала булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене ҡулға алып, бүлеккә алып килә. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан (архивтан).
Ҡатын менән дүрт баланы тереләй яндырырға маташҡан ҡәбәхәт
25 ноября 202525 ноя 2025
~1 мин