Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Кисә Зариф Байғусҡаров ҡатнашлығында “Ирҙәр ҡоро" район йәмәғәт ойошмаһының ултырышы үтте

Кисә Зариф Байғусҡаров ҡатнашлығында “Ирҙәр ҡоро" район йәмәғәт ойошмаһының ултырышы үтте. Был турала район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин хәбәр итте: -Ойошманың эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Әүҙем эшләп килгән беренсел ойошмалар бар, шуларҙың береһе Ҡыпсаҡ ауылында. Фәрзәт Ҡаһарманов үҙенең сығышында эш тәжрибәһе менән бүлеште. Артабан да уңыштар теләйем, башҡа ауылдарҙа ла был йәһәттән эште йәнләндерер кәрәк. Киләсәккә эскелек менән көрәш, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының хәтерен мәңгелләштереү һәм башҡа һорауҙар буйынса эш планын билдәләнек, ойошманың яңы рәйесен һайланыҡ. Рәйес итеп бер тауыштан Илфат Ғәлин һайланды. Райондың ирҙәр ҡорон алдан етәкләп килгән Шәһит Йыһанур улына оло рәхмәтемде белдерәм, Илфат Әсхәт улына яуаплы йәмәғәт эшендә уңыштар теләйем! "Таң" гәзитенә ҡушылығыҙ: ➡️ МАХ-канал😄ТГ-канал

Кисә Зариф Байғусҡаров ҡатнашлығында “Ирҙәр ҡоро" район йәмәғәт ойошмаһының ултырышы үтте. Был турала район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин хәбәр итте:

-Ойошманың эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Әүҙем эшләп килгән беренсел ойошмалар бар, шуларҙың береһе Ҡыпсаҡ ауылында. Фәрзәт Ҡаһарманов үҙенең сығышында эш тәжрибәһе менән бүлеште. Артабан да уңыштар теләйем, башҡа ауылдарҙа ла был йәһәттән эште йәнләндерер кәрәк. Киләсәккә эскелек менән көрәш, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарының хәтерен мәңгелләштереү һәм башҡа һорауҙар буйынса эш планын билдәләнек, ойошманың яңы рәйесен һайланыҡ. Рәйес итеп бер тауыштан Илфат Ғәлин һайланды. Райондың ирҙәр ҡорон алдан етәкләп килгән Шәһит Йыһанур улына оло рәхмәтемде белдерәм, Илфат Әсхәт улына яуаплы йәмәғәт эшендә уңыштар теләйем!

"Таң" гәзитенә ҡушылығыҙ: ➡️

МАХ-канал😄ТГ-канал

-2
-3