Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

📌Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн транспорт һалымына льготалар оҙайтылды

📌Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн транспорт һалымына льготалар оҙайтылды МХО-ла ҡатнашыусылар 2026 йылда түләнергә тейешле 2025 йыл өсөн транспорт һалымын түләүҙән азат ителә. Закон хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен мотоциклдарға, мотороллерҙарға, еңел һәм йөк автомобилдәренә, шулай уҡ башҡа үҙйөрөшлө транспорт төрҙәренә һалым түләүҙән азат итә. Бындай хоҡуҡ менән Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Херсон һәм Запорожье өлкәләре, Украина биләмәләрендә үткәрелгән махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡатнашыусылары, йәки уларҙың ғаилә ағзалары – ире (ҡатыны), ә никахта тормаған граждандар өсөн атаһы йәки әсәһе файҙалана ала.

📌Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн транспорт һалымына льготалар оҙайтылды

МХО-ла ҡатнашыусылар 2026 йылда түләнергә тейешле 2025 йыл өсөн транспорт һалымын түләүҙән азат ителә.

Закон хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен мотоциклдарға, мотороллерҙарға, еңел һәм йөк автомобилдәренә, шулай уҡ башҡа үҙйөрөшлө транспорт төрҙәренә һалым түләүҙән азат итә. Бындай хоҡуҡ менән Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Херсон һәм Запорожье өлкәләре, Украина биләмәләрендә үткәрелгән махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡатнашыусылары, йәки уларҙың ғаилә ағзалары – ире (ҡатыны), ә никахта тормаған граждандар өсөн атаһы йәки әсәһе файҙалана ала.