Найти в Дзене

Ултырышта мөһим һорауҙар ҡаралды

25 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылышының 27 –се ултырышында ҡатнашты. Парламентарийҙар 2026 йылға төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш күҙаллауы тикшерҙе, 2027-2028 осорға ла ниәттәр билдәләнде. Беренсе вице-премьер–Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов стратегия документының төп параметрҙарын әйтте. База вариантында прогноз иҡтисадтың йыллыҡ үҫешен 3,9 процент кимәлендә сағылдыра. Ыңғай динамика тәүге сиратта Башҡортостан сәнәғәте тармаҡтары үҫешендә күренә. 2026-2028 йылдарҙа сәнәғәт производствоһы индексы йыл һайын 105 процент кимәлендә планлаштырылған. Инвестиция секторында ла тотороҡло үҫеш көтөлә. Уның темпы 2026 йылда 3,3 проценттан 2028 йылда 5,1 процентҡа тиклем күтәреләсәк. Ауыл хужалығы үҫешендә, төҙөлөштә лә ыңғай тренд күҙаллана. Бынан тыш перспективала хеҙмәт хаҡының тотороҡло үҫеше һаҡлансаҡ. 2026 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәт хаҡының минималь күләменең 20, 7 процентҡа а

25 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылышының 27 –се ултырышында ҡатнашты. Парламентарийҙар 2026 йылға төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш күҙаллауы тикшерҙе, 2027-2028 осорға ла ниәттәр билдәләнде. Беренсе вице-премьер–Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов стратегия документының төп параметрҙарын әйтте. База вариантында прогноз иҡтисадтың йыллыҡ үҫешен 3,9 процент кимәлендә сағылдыра. Ыңғай динамика тәүге сиратта Башҡортостан сәнәғәте тармаҡтары үҫешендә күренә. 2026-2028 йылдарҙа сәнәғәт производствоһы индексы йыл һайын 105 процент кимәлендә планлаштырылған. Инвестиция секторында ла тотороҡло үҫеш көтөлә. Уның темпы 2026 йылда 3,3 проценттан 2028 йылда 5,1 процентҡа тиклем күтәреләсәк. Ауыл хужалығы үҫешендә, төҙөлөштә лә ыңғай тренд күҙаллана. Бынан тыш перспективала хеҙмәт хаҡының тотороҡло үҫеше һаҡлансаҡ. 2026 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәт хаҡының минималь күләменең 20, 7 процентҡа артыуы ла был тенденцияны тәьмин итәсәк. –Дәүләт Йыйылышы бюджет проектын тикшереүҙе иғтибарлы ҡараны. Беҙ уны оптимәлләштерҙек һәм документ баланслы килеп сыҡты, - тине Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. Беҙ килем үҫешен билдәләйбеҙ. Ил һәм республика үҫешенең ябай булмаған осоронда беҙҙең сығымдар ҙа арта. Ҙур күләмдә социаль объекттар төҙөйбөҙ, уларҙың бер өлөшөн быйыл йыл аҙағына тиклем сафҡа индерергә планлаштырабыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.