Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яҡшы юлдар – иҡтисадтың күрһәткесе

Ашаған белмәй – тураған белә, тибеҙ. Төрлө тарафтарға йыш һәм күп юл йөрөгән кеше булараҡ шуны әйтәм, Башҡортостандағы юлдарға тамсы ла тел тейҙерерлек түгел. Ысынлап та, республикабыҙ юлдары көҙгөләй ялтырап ята. Әлбиттә, был – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ мәнфәғәте менән эш итеүен туранан-тура аңлата. Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә ойошторолған "Рәсәй транспорты" тигән XIX халыҡ ара форумда Радий Хәбиров юҡҡа ғына ҡатнашманы. Республикабыҙҙа юлдар көҙгөләй ялтырап ятҡаны өсөн, тимәк, улар яҡшы торошта тотолғаны өсөн республика етәкселеге баш ҡалабыҙға барып сығыш яһаны, бай тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Радий Фәрит улы билдәләүенсә,2025 йылдың ғинуар айынан алып ҡарағанда, Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм иҫәбенең кәмеүе күҙәтелгән. Бары тик "Росавтодор" (федераль юл агентлығы) менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән өсөн ошондай матур күрһәткестәргә өлгәшелгән. Республика етәксеһе беҙҙәге юлдарҙа үлем осраҡтарын күметеү буйынса өҫтәмә саралар күрергә кәрәк булыуҙы һыҙыҡ өҫ

Ашаған белмәй – тураған белә, тибеҙ. Төрлө тарафтарға йыш һәм күп юл йөрөгән кеше булараҡ шуны әйтәм, Башҡортостандағы юлдарға тамсы ла тел тейҙерерлек түгел. Ысынлап та, республикабыҙ юлдары көҙгөләй ялтырап ята. Әлбиттә, был – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ мәнфәғәте менән эш итеүен туранан-тура аңлата. Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә ойошторолған "Рәсәй транспорты" тигән XIX халыҡ ара форумда Радий Хәбиров юҡҡа ғына ҡатнашманы. Республикабыҙҙа юлдар көҙгөләй ялтырап ятҡаны өсөн, тимәк, улар яҡшы торошта тотолғаны өсөн республика етәкселеге баш ҡалабыҙға барып сығыш яһаны, бай тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Радий Фәрит улы билдәләүенсә,2025 йылдың ғинуар айынан алып ҡарағанда, Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм иҫәбенең кәмеүе күҙәтелгән. Бары тик "Росавтодор" (федераль юл агентлығы) менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән өсөн ошондай матур күрһәткестәргә өлгәшелгән. Республика етәксеһе беҙҙәге юлдарҙа үлем осраҡтарын күметеү буйынса өҫтәмә саралар күрергә кәрәк булыуҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Радий Хәбиров "Росавтодор" етәксеһенә оло рәхмәтен еткерҙе, иңгә-иң терәшеп эш иткәне өсөн. Улай ғына ла түгел, һәм әлбиттә, "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты нигеҙендә башҡарылған эштәрҙәге уңыштар беҙҙә етерлек. Быйыл Башҡортостанда әллә күпме ҙур инфраструктура объекттары сафҡа индерелде. М-12 федераль трасса участкаһы шуға асыҡ миҫал. Өҫтәүенә, Башҡортостан менән Татарстанды тоташтырған – Туймазы районында урынлашҡан Ыҡ йылғаһы күпер яңыртылды, ул график буйынса түгел, ә унан күпкә алдараҡ асылды. Радий Хәбиров ошо матур яңылыҡтар менән бүлеште. Башҡортостан юлдары һоҡландыра, ҡайһы берәүҙәрҙе хатта көнләштерә лә. Ә ул шулай булырға тейеш тә. Ошоларҙың барыһы ла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың кешеләр мәнфәғәтен хәстәрләүе тип аңларға кәрәк. – Юлдарҙы һәр саҡ төҙөк тотабыҙ, ул ысынлап та, беҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, – тине Радий Фәрит улы. – Халыҡ был турала үтенес менән йыш мөрәжәғәт итә. Уны уңайлыҡтар тип атайбыҙ, ул иҡтисадты үҫтереү ҙә. Иң беренсе, хәүефһеҙлек күҙ уңында тотола. Яҡшы юлдар кешеләргә ышаныс өҫтәй, тимәк, уларҙың ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс бер ҡасан да янамай. Был тармаҡҡа аҡсаны бер ҡасан да йәлләмәнек, киләсәктә лә тейешле күләмдә йүнәлтеләсәк. Форсаттан файҙаланып, Башҡортостан етәксеһе тарафынан тормошҡа ашырылған бер нисә иң ҙур проектҡа күҙ йүгертәйек. "Көнсығыш сығыу юлы", "Көньяҡ ҡапҡалары" һәм башҡалар шуның асыҡ дәлиле Хәйер, Радий Фәрит улының, юлдарға бәйле проекттары бихисап, уларҙың һәр береһе уңышлы тормошҡа ашырыла. Радий Хәбиров билдәләүенсә, халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе. Шуныһы, транспорт мәсьәләһе республикабыҙҙа уңышлы хәл ителә. Бөгөн халыҡты өр-яңы автобустар ташый, автопарк даими яңыртылып тора. Был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә өҙөклөктәрҙең һәм ҡытыршылыҡтарҙың булмауына Радий Хәбиров баҫым яһаны. Фото: Илдар Аҡъюлов. Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь МИНАКОВА: – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың төп иғтибар үҙәгендә – республикабыҙҙа транспорт һәм юл мәсьәләләре. Былар хаҡында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ҡыҙыу һөйләшеү ойошторола. Ғөмүмән, юлдар – төп транспорт артерияһы – ремонт эшләү, уға асфальт һалыу – һәр кемдең хәүефһеҙлегенә туранан-тура бәйле. Башҡортостанда "Тормош өсөн инфраструктура" тигән милли проект нигеҙендә бик күп урында юлдар ремонтлана. Мәҫәлән, уның буйынса тәртипкә килтерелгән юлдар һәр ваҡыт сифаты буйынса айырылып тора. Һанай китһәң, милли проект буйынса республикабыҙҙа юлдарҙың күп участогы рәтләнә-ремонтлана. Ул киләсәктә лә йылдам дауам ителәсәк.